Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабря 2024, 09:10

Боҙ ҡаласығы буласаҡ!

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов район үҙәгендә боҙ ҡаласығы өсөн файҙалана торған аҡсаларҙы икенсе маҡсатта ҡулланырға уйлаған,  әммә...

Боҙ ҡаласығы буласаҡ!Боҙ ҡаласығы буласаҡ!
Боҙ ҡаласығы буласаҡ!

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеү өсөн район үҙәгендә шыршы ултыртыу һәм боҙ ҡаласығы төҙөүҙән баш тартырға булған. Халыҡтың реакцияһын белеү өсөн ул социаль селтәрҙә лә яҙған. «Рәсәй халҡы һуғышта булғанда, Еңеүҙе көткәндә, беҙҙә байрам ҡайғыһы түгел. Яугирҙарға ярҙам итеү өсөн төрлө юлдарҙы эҙләргә кәрәк», – тигән ул.

Етмәһә, ошо көндәрҙә райондың Молокан ауылында көслө буран ваҡытында махсус хәрби операцияла юғалған яугирҙың йорто янып сыҡҡан булған. Бәлиғ булмаған ете бала йортһоҙ ҡалған. Район етәксеһе боҙ ҡаласығы өсөн тотоноласаҡ  аҡсалар иҫәбенән уларға ярҙам итергә уйлаған. Боҙ һарайын төҙөү өсөн 500 мең кәрәк.

Ермолаевола быйыл боҙ ҡаласығы яһамауҙары  менән БР Башлығы Радий Хәбиров килешмәгән.

–Йортһоҙ ҡалған МХО яугирының ғаиләһенә  торлаҡ менән ярҙам итәсәкбеҙ. Балаларҙы байрамдан мәхрүм итмәгеҙ, боҙ ҡаласығын булдырығыҙ, – тигән ул.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас