Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабря 2024, 12:20

Балалар советы ойошторола

Башҡортостанда Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Балалар советы тураһында положение раҫланды.   

Балалар советы ойошторолаБалалар советы ойошторола
Балалар советы ойошторола

 

Балалар советы мәғариф министрлығына дәүләт мәғариф сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола. Совет 12-18 йәшлек 12 ағзанан тора. Ул мәғариф өлкәһендәге урындағы үҙидара органдарының тәҡдиме буйынса конкурс нигеҙендә формалаштырыла.

Совет ағзалары мәғариф системаһын яҡшыртыу, шул иҫәптән белем биреү учреждениелары инфраструктураһын үҫтереү, уҡытыу сифатын күтәреү, яңы методикалар һәм технологиялар индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙә ҡатнаша ала.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас