Өфөлә үткән концерттары ваҡытында Гҡзәл Уразоваға фанаты, блогер Тайфун Ҡоролтаевич «Башҡортостандың халыҡ артисы» исемен «биргән».
– Хәлде алды көлдөрөп. Ни булды тип торам. Тайфун Ҡоролтаевич сәхнәгә килеп менде лә, маҡтаулы исем биреп төшөп китте. «Халыҡ знает» версияһы буйынса Гүзәл Уразова – Башҡортостандың халыҡ артисы , – тине. Шаярыу ғына булһа ла, күңел булды, – ти йырсы.
Маҡтаулы исемде шаяртып ҡына биргәндәр ҙә ул, ә халыҡ ышанған. Йырсыны ҡотлаған.