Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2024, 16:00

Ғүмер уҙған һайын

 Ғүмер уҙған һайын беҙҙе алып, Йылдар етеҙерәк сабыр ул. Йылдар саба тип үк сәбәләнмә, Сабырыраҡ бул һин,сабыр бул. Эйелеп,бөгөлөп барма һәр тарафҡа Бөгөлә икән талдар бөгөлһөн. Елберҙәмә һәр уҙғынсы елгә, Елберҙәмә, уҫаҡ түгелһең.) Һыйҙар күрһәң, талымһыҙҙан булма! Миҙгел белеп, үрел ҡашыҡҡа! Елдә еленләгән һәр уйыңды, Илгә таратырға, ашыҡма! Ағыу менән дарыу бер үк заттан Тик самалар төрлө саманан. Самаларҙан сығып,дан йырлама! Һәм хөкөм дә итмә,ҡабалан! Айға менһәң,үрә һикермәй тор Ҡояш бар бит, айҙан юғары Түрҙән төшһәң, гүргә төштөм,- тимә Унан сыҡҡан әҙәм юҡ әле. Ауырлыҡтар ауһа иңдәреңә Еңеләйтер сара табыр бул. Ауырына хәйер,түҙерһең һин Еңеленә сыҙа, сабыр бул! #МостайКәрим

Ғүмер уҙған һайынҒүмер уҙған һайын
Ғүмер уҙған һайын

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас