Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2024, 17:30

Хәйбулла батыры орден менән бүләкләнде

Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнде.

Хәйбулла батыры орден менән бүләкләндеХәйбулла батыры орден менән бүләкләнде
Хәйбулла батыры орден менән бүләкләнде

   “Зак” позывнойлы  яугир быға тиклем махус хәрби операция зонаһында күрһәткән геройлығы өсөн  генерал Шаймортаов, Жуков һәм “Батырлыҡ  өсөн” миҙалдарына лайыҡ булған. 

– Беҙ алтау инек. Бергәләп хәрби әҙерлек, махсус операцияның тәүге ауырлыҡтарын үттек, хәрби заданиеларға йөрөнөк.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алыштарҙың береһендә бер иптәшебеҙ һәләк булды.   Унда беҙ күмәкләп дошман уты аҫтында ҡалғайныҡ. Мин дә шунда яраландым.  Дошмандың көслөлөгәнә ҡарамаҫтан,  беҙ үҙ позициябыҙҙы тотоп ҡалдыҡ, – тип һөйләй ул. 

Фото:ғаилә архивынан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас