Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабря 2024, 06:00

Гүзәл Уразова йәнә күңелһеҙ хәлгә тарыған

Хҙер йырсы нимә эшләргә лә белмәй…

Гүзәл Уразова йәнә күңелһеҙ хәлгә тарығанГүзәл Уразова йәнә күңелһеҙ хәлгә тарыған
Гүзәл Уразова йәнә күңелһеҙ хәлгә тарыған

Гүзәл Уразова автор-башҡарыусы, яҙыусы Зөлфәт Хәкимдең иң популяр йырҙарының береһе булған «Нимә булды һиңә бөгөн» йырын башҡарып, видео яҙҙырған булған. Тик Гүзәл йырҙың көй һәм һүҙ авторынан рөхсәт һорап тормаған икән. Шул сәбәпле күңелһеҙ хәлгә юлыҡҡан.

– Был йырҙы интернет киңлектәренән хужалары алып ташларға ҡушты. Былай ғыны йырлап ҡуйған инем. Ярамай икән… Һуңғараҡ, шылтыратып, башҡа социаль селтәрҙәргә таралған видеоларҙы ла алып ташларға ҡуштылар. Мин ул аккаунттарға хужа түгел бит. Һәр береһенә үҙем үтеп инеп яҙып сыҡһам ғына инде… – тип аптырауын белдерә Уразова.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас