Өфөлә үткән «Татар йыры»нда Гөлназ Асаеваны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, тип иғлан итергә онотҡандар.
– Быны конфликт, тип әйтә алмайым. Тик ныҡ йән көйҙө. Мин тамашасы алдында баш эйҙем дә, алып барыусыға «Айрат ағай, «атҡаҙанған» тип әйтергә оноттоғоҙ» тип кенә әйткән инем. Ул микрофонды алды ла «заслуженный инде» тип әллә нисә тапҡыр әйтте. Был – банкет дәрәжәһе, түбән юморр булды, – ти йырсы.