Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь , 23:30

Һарымһаҡ яман шештән һаҡлай

 Һарымһаҡ иммун системаһы күҙәнәктәренең әүҙемлеген күтәрә. Был иһә яман шешкә ҡаршы тороусанлыҡ та көсәйә, тигән һүҙ.

Һарымһаҡ яман шештән һаҡлай
Һарымһаҡ яман шештән һаҡлай

  Ғалимдар, һарымһаҡтың йөрәк ауырыуҙарынан һәм инсульттан һаҡлауын күптән иҫбат иткән. Бынан тыш, ул иң ҡурҡыныс ауырыуҙаран – ашҡаҙан һәм эсәк яман шештәренән дә һаҡлауға һәләтле. Медицина тикшереүҙәре күрһәтеүенсә,   даими рәүештә һарымһаҡ ҡулланыусылар ашҡаҙан һәм эсәк яман шешенән һирәгерәк ауырый. Ошоға бәйле, ғалимдар һәм медиктар  һау-сәләмәт кешеләргә лә көн һайын һарымһаҡ ашарға тәҡдим итә. Аҙнаһына ул 5 бүлкәттән кәм булырға тейеш түгел.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: