Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабря 2024, 08:30

Ятмайыҡ өйҙә, киттек Мәскәүгә!

Һөйөнсө! Өфө менән Мәскәү араһында тимер юл бәйләнеше тергеҙелде! Бөгөн, 15 декабрҙә, Өфө-Мәскәү бәйләнеше буйынса 49/50 тиҙ йөрөшлө поезд тәүге рейсҡа юлланды.

Ятмайыҡ өйҙә, киттек Мәскәүгә!Ятмайыҡ өйҙә, киттек Мәскәүгә!
Ятмайыҡ өйҙә, киттек Мәскәүгә!

Поезды тантаналы рәүештә сафҡа индереүҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ғәзизов, Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко, Башҡортостан Республикаһы транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов, Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников, Куйбышев тимер юлы-"РТЮ" йәмғиәте филиалы (территориаль идара итеү буйынса) начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков, Куйбышев тимер юлы-"РТЮ" йәмғиәте филиалы начальнигы урынбаҫары - пассажирҙар ташыу хеҙмәте начальнигы Алексей Ситников, "Федераль пассажирҙар компанияһы" акционерҙар йәмғиәтенең Куйбышев филиалы начальнигы Владислав Губанов һәм башҡалар ҡатнашты.

- Бөгөнгө көндә был йүнәлеш иң талап ителгәндәрҙең береһе булып тора. Шуға күрә илебеҙҙең төп ҡалаһы менән тура тимер юл бәйләнешен тергеҙеү - республика өсөн мөһим ваҡиға. Йыл һайын республикала алыҫ араға йөрөүсе поездар менән 1 миллион самаһы пассажир файҙалана. Өфө-Мәскәү-Өфө маршруты буйынса яңы поезд составы сафҡа индерелгәс, уларҙың һаны тағы ла артасаҡ, - тип белдерҙе Рөстәм Ғәзизов.

Состав уңайлы купе һәм плацкарт вагондарҙан тора. Вагондар иң юғары стандарттар буйынса йыһазландырылған: климат-контроль системаһы эшләй, индивидуаль розеткалар, биотуалеттар һәм башҡалар бар. Мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙар өсөн урындар ҡаралған. Шулай уҡ оҙатылмаған хайуандарҙы ташыу хеҙмәте лә бар.

- Өфө-Мәскәү тиҙ йөрөшлө яңы поездың сафҡа индерелеүе туристар өсөн төбәктең транспорт менән тәьмин ителеүен яҡшыртыу ғына түгел, ә туристик йәлеп итеүсәнлекте үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр ҙә булдырасаҡ. Башҡортостандың туристик урындарының сағыу иллюстрациялары менән биҙәлгән брендлы вагон мәҙәни һәм тәбиғи ресурстарыбыҙҙы популярлаштырыуҙа һөҙөмтәле сара буласаҡ, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Өфө-Мәскәү пассажир поезы көн аша йөрөйәсәк. Юлда пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн Бөгөлмә, Димитровград, Ульяновск, Инза, Рузаевка, Рязань һәм башҡа ҡалаларҙа туҡталыштар планлаштырылған. Расписание Башҡортостан халҡы өсөн максималь уңайлы итеп эшләнгән: Өфөнән 9:20 сәғ. ҡуҙғалып, улар Мәскәүгә киләһе көндө 11:15 сәғ. барып етәсәк (юлда - 24 сәғәттән ашыу ваҡыт).

Ошо ваҡиға айҡанлы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй тимер юлдары һәм Федераль пассажирҙар компанияһына рәхмәт белдерҙе:

- Был беҙҙең яңы тиҙ йөрөшлө 49/50 номерлы Өфө-Мәскәү поезы. Өфөнән баш ҡалаға тура поездар туҡтатылғандан һуң республика халҡы транзит поездар менән генә йөрөй ала ине. Ошо ғәҙелһеҙлекте төҙәтәбеҙ. Был ҡарар өсөн Рәсәй тимер юлдары һәм Федераль пассажирҙар компанияһына рәхмәт белдерәм. Яңы поезд көн аша йөрөй башлаясаҡ. <...> Мәскәүҙән кире йүнәлештә поезд сәғәт 15.25-тә ҡуҙғалып китә, Өфөгә икенсе көндө 22.09-ҙа килә. <...> Составында - заманса, уңайлы плацкарт һәм купе вагондары. Улар кондиционер менән йыһазландырылған, хәрәкәте сикләнгән пассажирҙар өсөн дә урындар бар. Хәйерле юл!

Фото: https://vk.com/wall413272232_1361776

Ятмайыҡ өйҙә, киттек Мәскәүгә!
Ятмайыҡ өйҙә, киттек Мәскәүгә!
Ятмайыҡ өйҙә, киттек Мәскәүгә!
Ятмайыҡ өйҙә, киттек Мәскәүгә!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас