Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2024, 18:30

Үҙ һуҡмағын яра, үҙ юлынан бара Урал!

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, композитор Урал Мирас улы Иҙелбаевты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! 

Үҙ һуҡмағын яра, үҙ юлынан бара Урал!Үҙ һуҡмағын яра, үҙ юлынан бара Урал!
Үҙ һуҡмағын яра, үҙ юлынан бара Урал!

Урал Мирас улы Иҙелбаев 1972 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында ғалим Мирас Иҙелбаев һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова ғаиләһендә тыуған.

1987—1990 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡый, артабан — Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (1997; З. Ғ. Исмәғилев һәм Р. Р. Йыһанов класы).

1991 йылдан алып Башҡортостан телевидениеһы эргәһендәге «Аманат» музыкаль төркөмө артисы. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында Урал Иҙелбаевтың «Аҡ йондоҙ» төркөмө ҙур популярлыҡ яулай. 1992 йылда — «Аҡ йондоҙ» ижад фирмаһы директоры, 2001—2007 йылдарҙа һәм 2014 йылдан башлап Башҡорт академия дәүләт драма театры нда музыка бүлеге мөдире булып эшләй.

2010—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт драма театр-студияһы етәксеһе.

Урал Иҙелбаев ижадына тәрән лириклыҡ, нескә хислелек, тулҡынландырғыс иманлылыҡ хас. Уның музыкаһы милли үҙенсәлекле, бер үк ваҡытта унда рок музыкаһына хас стилистик һыҙаттар бар. Композиторҙың ижадында вокаль музыка, драма спектаклдәренә музыка (150 нән ашыу) төп урынды алып тора: И. Х. Йомағоловтың «Нәркәс», М. Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш»,М. Кәримдең «Оҙон оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса Р. В. Исрафиловтың шул уҡ исемле спектакле, Т. Ғ.Миңнуллиндың «Яратыу гонаһмы?» спектакле, Т. Х. Ғариповаың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы (бөтәһе лә — Башҡорт драма театры сәхнәһендә), М. Кәримдең «Тоҡ эсендәге бесәй или башкирская пленница» (Милли йәштәр театры һәм башҡа спектаклдәр.

Фото: Урал Иҙелбаевтың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас