Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2024, 06:45

“Председатель” үҙ еренә лайыҡлы яугир булып хеҙмәт итә

“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” былтыр майҙа махсус хәрби операцияға киткән.

“Председатель” үҙ еренә лайыҡлы яугир булып хеҙмәт итә“Председатель” үҙ еренә лайыҡлы яугир булып хеҙмәт итә
“Председатель” үҙ еренә лайыҡлы яугир булып хеҙмәт итә

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың хеҙмәт ветераны – Күгәрсен районынан. Уның тураһында район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин социаль селтәрҙә яҙҙы.

Беҙҙең “Председатель” яңыраҡ тағы бер награда алған – Суворов миҙалына лайыҡ булған. Ул 35 йыл аграр тармаҡта эшләгән, районыбыҙҙың ҙур хужалығын етәкләне. 2023 йылдың майында үҙе теләп МХО-ға китте. Районыбыҙҙа бик ихтирамлы кеше ул”, - тип яҙған район хакимиәте башлығы.

Һәм, әлбиттә, абруйлы шәхес яуҙа ла һынатмай – хеҙмәт иткән осорҙа "За боевые отличия", "Участник специальной военной операции", "За мужество и верность" миҙалдарына лайыҡ булған. Афарин, яугир! Илебеҙгә ауыр ваҡытта ситтә тороп ҡалырға теләмәгән, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияға ҡушылып, булған тәжрибәһен уртаҡлашып, еңеүҙе бергә яҡынайтыу маҡсаты менән хеҙмәт итә. Ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда ла яҡташтары менән осраша, патриотик сығыштар яһай, йәш быуынға өлгө күрһәтә.

Һәр яҡташыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! Беҙ еңәсәкбеҙ!

Фото: vk.com Марат Искужин.

“Председатель” үҙ еренә лайыҡлы яугир булып хеҙмәт итә
“Председатель” үҙ еренә лайыҡлы яугир булып хеҙмәт итә
“Председатель” үҙ еренә лайыҡлы яугир булып хеҙмәт итә
“Председатель” үҙ еренә лайыҡлы яугир булып хеҙмәт итә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас