Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2024, 11:16

Ҡала уртаһында... наркопритон

Ишембай район-ара прокуратураһы наркопритон ойошторған ир менән ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған. 

Ҡала уртаһында... наркопритонҠала уртаһында... наркопритон
Ҡала уртаһында... наркопритон

Тәфтиш версияһы буйынса, 2023 йылдың мартынан 2024 йылдың мартына тиклем ир менән ҡатын, бергә йәшәп, Ишембай ҡалаһының Губкин урамындағы фатирҙа наркопритон ойоштора. Ошо маҡсатта улар фатирҙы наркотиктар етештереү һәм ҡулланыу өсөн кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырған.

Ғәйепләнеүселәрҙең енәйәттәре полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатыла.

Ир менән ҡатын үҙ ғәйептәрен таныған. Енәйәт эше Ишембай ҡала судына ебәрелгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас