- Нурлығаян әбейгә 1 июндә 96 йәш тулды, - ти күршеһе Рәлиә Камалетдинова. - Ул беҙҙең урамдың йәме! Сығышы менән Учалы районы Яңы
Байрамғол ауылынан Нурлығаян әбей. Бигерәк илгәҙәк, шаян күршемдең иҫе теүәл, хәтере шәп, иҫ киткес итеп шиғырҙар ятлай!
- 1949 йылда Рәхмәткә килен булып төштөм, - тип һөйләй Нурлығаян әбей. – Йәш ваҡытта тәүҙә телефонист булып эшләнем, аҙаҡ, кейәүгә сыҡҡас, балалар ишәйгәс, тормош иптәшем үлеп киткәс, почта тараттым. Биш балаға әсәй, ҡырҡ ейән-ейәнсәргә, бүлә-бүләсәргә өләсәй мин!
Фото һәм видео: https://vkvideo.ru/video247805632_456239298