Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2024, 15:30

Туған телебеҙгә һөйөү!

Шағирә Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина улдары Рамазан, Буранбай менән бергә туған телебеҙгә һөйөүҙе Мәүлит Ямалетдиновтың "Йәш дуҫҡа" шиғыры аша еткерә.

Туған телебеҙгә һөйөү!Туған телебеҙгә һөйөү!
Туған телебеҙгә һөйөү!

ЙӘШ ДУҪҠА
Халҡыбыҙҙың киләсәген һиндә күрәм,
Рухыңа тат өҫтәйәсәк телдә күрәм;
Ниндәй генә ауыр көндәр тыуғанда ла
Үҙ балаһын үгәйһетмәҫ илдә күрәм.

Халҡыбыҙҙың киләсәген һиндә күрәм,
Йән - тәнеңә ҡеүәт өҫтәр диндә күрәм.
Башҡорт торған һәр бер өйҙөң
тәҙрәһендә
Иман нуры балҡып торған көндә
күрәм.

Халҡыбыҙҙың киләсәген һиндә күрәм,
Һин тигәс тә, унар, йөҙәр меңдә
күрәм.
Әгәр үрҙә әйткәндәргә ғәмһеҙ булһаң,
Тормошоңдо дөм ҡараңғы төндә
күрәм...

Мәүлит Ямалетдин.

Фото һәм видео: https://vk.com/club225661799

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас