Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата 1100 административ протокол төҙөй. Транспорт сараларын иҫерек килеш йөрөткән 49 водитель асыҡлана һәм транспорт ағымынан сығарыла. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу факттары йәки иҫерек водителдәр һәм йәйәүлеләр тураһында мәғлүмәт биреү өсөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8 347 279 32 92.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001716757225