Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабря 2024, 10:00

"Һинд киноһы була!"

Совет осоронда "һинд киноһы була" тигән һүҙҙәр тылсым ише яңғыраны: бар халыҡ, балаларын урын алырға бер-ике сәғәткә алдараҡ ебәреп, кисен клубҡа ағыла, зал шығырым тулы була... Бөгөн Радж Капурҙың тыуған көнө. Шуға ла хәтер йомғағы бала саҡҡа тәгәрәне лә китте...

"Һинд киноһы була!""Һинд киноһы була!"
"Һинд киноһы була!"

Радж Капур (1924 йылдың 14 декабрендә Пешаварҙа тыуған - 1988 йылдың 2 июнендә Дели ҡалаһында вафат булған) — режиссёр, продюсер, театр һәм кино актёры. Ижтимағи мәсьәләләргә бағышланған романтик таҫмалар арҡаһында танылыу яулаған. Тыуған илендә Радж Капур бар булған наградалар һәм регалияларға эйә булған һәм үлгәндән һуң да, бөгөнгәсә, уларға лайыҡ булыуын дауам итә. «Һинд Чарли Чаплины», «һинд киноһы атаһы» һәм «легендар шоумен» булараҡ билдәле. Рәсәйҙә (Советтар Союзында) "иптәш Берәҙәк" булараҡ билдәле булған. 1920-се йылдар аҙағында һинди телендәге кинола уйнаған Капурҙар династияһының иң билдәле вәкиле.

Мәғлүмәт сығанағы: https://ba.wikipedia.org/wiki/Радж_Капур

Фото һәм видео: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас