Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабря 2024, 15:36

Бастрыкин үҙе ҡыҙыҡһынған был хәл менән

Социаль селтәрҙәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының бер мәктәбендә үҫмерҙең физик көс ҡулланып, тиҫтеренән аҡса талап итеүен күрһәткән видео таралды. Видеола мәктәп уҡыусыһының 15 мең һум аҡса талап итеп, тиҫтерен туҡмауы күренә.

Бастрыкин үҙе ҡыҙыҡһынған был хәл менәнБастрыкин үҙе ҡыҙыҡһынған был хәл менән
Бастрыкин үҙе ҡыҙыҡһынған был хәл менән

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығының тәфтиш органдары РФ Енәйәт кодексының 163-сө статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты рәйесе А.И. Бастрыкин Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһе В.В. Архангельскийға енәйәт эшен тикшереү барышы һәм асыҡланған осраҡтар тураһында доклад бирергә ҡушты.

Фото: БР Тәфтиш комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас