Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2024, 17:30

Башҡорт аты!

Әҙеһәм Килдейәров, 11 йәш! Әбйәлил районы, Асҡар ауылы! Көйө: Азат Исҡужин

Башҡорт аты!Башҡорт аты!
Башҡорт аты!

Башҡорт аты.

Хәлиҙә Баязитова һүҙҙәре.

Азат Исҡужин музыкаһы.

"Бәйләнештә"ге "Башҡорт аты" төркөмөндә конкурс иғлан иткәндәр:
 
- Ир-егеттең юлдашы ла, моңдашы ла ат. Ниндәй башҡорт ат менмәгән дә, ат яратмаған. Бәйгелә лә, яуҙа ла, көнкүрештә лә ат һәр саҡ кеше янында.
Үҙенең холҡо, сабырлығы, ҡаҙылығы, ҡымыҙы менән дан тотҡан йылҡыларыбыҙ тураһында матур, гимн булырлыҡ йыр ижад итеп, уны аранжировкалап яҙҙыраһығыҙ икән, һеҙҙең дә атлы булырға мөмкинселегегеҙ буласаҡ!
 
"Атлы" тиеүҙәре буш һүҙ түгел - бүләккә тай әҙерләгәндәр! Йәғни, төп еңеүсегә - башҡорт тоҡомло тай, башҡаларға - иҫтәлекле бүләктәр.
 
Конкурсҡа йомғаҡ иртәгә яһаласаҡ.
 
Төркөмгә инеп ҡараһағыҙ, унда башҡа бик матур йырҙар бар!
 
Фото һәм видео: https://vk.com/bash_at?from=search
 
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас