Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабря 2024, 12:30

Һай, башҡорт ҡатындары!

Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната Зәйтүнә Камалова!

Һай, башҡорт ҡатындары!Һай, башҡорт ҡатындары!
Һай, башҡорт ҡатындары!

Әбйәлил районының Селивановка ауылында теттереп донъя көткән Зәйтүнә Камалованы ейәне Рамаҙан фотоға төшөргән.

Ауыл ҡатын - ҡыҙҙарына.

Таң һарыһы әле беленмәгән,
Төтөн һуҙа ауыл мейесе.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!
Һеҙ булғанға
Йылы, нурлы һәр саҡ өй эсе.
Табындарҙа - ҡомалаҡлы икмәк,
Тәмле самауырҙың сәйҙәре;
Ҡышын ҡулдар бер аҙ бушап торһа,
Алһыҙ - ялһыҙ үтә йәйҙәре.
Эшегеҙҙе һеҙҙең һанап тормам,
Кем ауылда үҫкән - таныштыр;
Ауыл ҡатынының ҡулы ете,
Ауыл ҡатындары тырыштар.
Ҡала ҡатындары үпкәләмәҫ,
Һеҙҙе данлар башҡа шағирҙар;
Ауыл ҡатындары! Һеҙҙең өсөн
Бөгөнгө көн йырҙар, шиғырҙар.
Флүрә Маликова.

Фото: Рамаҙан Камалов.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас