Пенсионерҙарҙың бөтә категорияларына йыл һайын тыуған көнөнә ҡарата 13-сө пенсия түләү тураһындағы закон проекты киләһе йылда Дәүләт Думаһына индереләсәк. Был хаҡта "РИА Новости" агентлығына Дәүләт Думаһы вице-спикеры Борис Чернышов (ЛДПР) һөйләгән.
Депутаттың әйтеүенсә, был закон проекты тәү сиратта пенсионерҙарға бер тапҡыр бирелә торған түләү рәүешендә өҫтәмә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Түләү пенсионерҙарҙың бөтә категорияларына ла буласаҡ, уларҙың тыуған көнөнә тап килтереләсәк. Өҫтәмә матди ярҙам күләме граждандың айлыҡ пенсияһы суммаһына тап килә.
- 2025 йылда беҙ Дәүләт Думаһына пенсионерҙың тыуған көнөнә 13-сө пенсия түләү тураһында закон проектын ҡабаттан тәҡдим итәсәкбеҙ. 2023 йылда ошо темаға тәҡдим иткән закон проекты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юридик етешһеҙлектәр арҡаһында ҡаралманы. Беҙ уларҙы иҫәпкә алдыҡ һәм эшкәртелгән документ индерәсәкбеҙ, - тине Чернышов.
Парламентарий законды ҡабул итеү социаль ғәҙеллекте тергеҙеүгә һәм өлкән быуындың йәшәү кимәлен күтәреүгә бер аҙым булыр тип ышана.
Әйткәндәй, социаль ярҙам тураһында мәғлүмәтте рәсми төркөмдән алырға мөмкин: https://vk.com/sfr_bashkortostan?from=search
Фото: https://vk.com/sfr_bashkortostan?from=search