Ахун мәҙәниәт йортоноң йылъяҙмаһынан уның бай тарихлы булыуы, нигеҙ һалынғандан алып бөгөнгө көнгә тиклем бихисап үҙгәрештәр кисергәне күренә. Уның тәүге биттәрен совет власының беренсе пропагандистары, лекторҙары, артистары булған ауыл уҡытыусылары, активистары яҙған. Урындағы интеллигенция вәкилдәре үҙ заманының ялҡынлы агитаторҙары һәм артистары була. 1919 йылда улар тарафынан ауылда тәүге тапҡыр концерт ойошторола. Һуңыраҡ икенсе мәсетте өлөшләтә һүтеп, клуб итеп үҙгәртеп ҡоралар, унда шулай уҡ концерттар, спектаклдәр ҡуйыла. Тиҙҙән Ахун ауылының тырыш, талантлы халҡы, яңы мәҙәниәт усағы булдырыу тураһында хыялланып, ике ҡатлы бина төҙөй башлай, әммә һуғыш бөтә пландарҙы юҡҡа сығара, ул төҙөлөп бөтмәй ҡала... Тик 1961 йылда ғына данлы "Ҡыҙыл партизан" колхозы ауыл халҡының хыялын тормошҡа ашыра һәм үҙ көсө менән бер ҡатлы клуб бинаһын төҙөй. Ауыл өсөн был ҙур ваҡиғаға әйләнә!
1952 йылдан алып 1992 йылға тиклем ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып талантлы, эшһөйәр Ғәни Мәхмүтов эшләй. Сәнғәткә башкөлләй ғашиҡ кеше эшләгән осоронда 200-гә яҡын спектакль ҡуя, тематик концерт программалары төҙөй, урындағы таланттарҙы асыҡлап, уларҙы ҡанатлы итә. Клубта ололар һәм балалар өсөн түңәрәктәр даими эшләй. Беренән-бере һәләтлерәк Хәҙисә Ғәниева, Абдулла Дияров, Хәснә Вилданова, Вәли Ҡасимов, Илйән Шәрипов тамашаларҙа әүҙем ҡатнашып, алҡыштарға күмелә. Спектаклдәрҙә сағыу комик образдар тыуҙырған Хәнифә Әмированың, Дауыт Ғибаевтың сығыштарын ауыл халҡы әле лә хәтерләй.
Ғәни Зәйнулла улы оҫта ойоштороусы ғына түгел, ә иң ҡатмарлы ролдәрҙе башҡарған артист та булараҡ танылыу яулай. Сәнғәт өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, Почет грамоталары, рәхмәт хаттары, миҙалдар менән бүләкләнә. Исеме ауыл, клуб, район мәҙәниәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған Ғәни Мәхмүтов 2002 йылда яҡты донъяларҙан китһә лә, уның турала иҫтәлек халыҡ хәтерендә йәшәй.
1992 йылда мәҙәниәт йортон йәш, дәртле Ғәли Баҡыев етәкләй. Ғәли Вәли улы остазы һалған осҡондо һүндермәй, уны ҡабаттан гөрләтеп ебәрә. Ауылдың мәҙәни тормошона ҙур өлөш индергән етәксе, артист ауылдаштарының тәрән ихтирамын яулай. 2003 йылда директор итеп Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу мәктәбен тамамлаған Нәзифә Усманова тәғәйенләнә. Ул Ғәни Мәхмүтов, Ғәли Баҡыев һалған традицияларҙы уңышлы дауам итә. Әлеге ваҡытта мәҙәниәт йортонда театр һөйөүселәр түңәрәге эшләй, фольклор һәм вокаль ансамблдәр ойошторолған. Үҙешмәкәр артистар район смотрҙарында, конкурстарҙа призлы урындар яулай, төрлө байрамдарҙа һәм юбилейҙарҙа ауылдаштарын ҡыуандыра.
Йылдар үтә килә клуб иҫкерә, уға ремонт ҡына түгел, ә тулыһынса яңыртыу талап ителә. 2023 йылда, "Мәҙәниәт инфраструктураһын үҫтереүҙең сифатлы яңы кимәлен тәьмин итеү" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы менән Учалы районы хакимиәте араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, Ахун ауылының мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлауға аҡса бүленә. Урындағы бюджеттан да средстволар өҫтәлеп, күләмле эштәр башҡарыла: бинаның тышы реставрациялана, тулыһынса инженерлыҡ селтәрҙәре алмаштырыла, сәхнә, тамаша залы, бүлмәләр яңыртыла. Учалы тегеү фабрикаһы, "Уралташ", "Стройресурс" йәмғиәттәре, район Советы депутаты Игорь Казаков сәхнә өсөн кейем, йыһаз, оргтехника һатып алыуҙа ярҙам күрһәтә.
Яңыртылған мәҙәниәт усағын асыу тантанаһында ҡотлауҙар, изге теләктәр юллап, Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов клубҡа музыка ҡорамалдары һәм проектор тапшырҙы. Тантанала шулай уҡ республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, Ахун ауыл биләмәһе башлығы Энже Әҙелгәрәева ҡатнашты. Сараның мәртәбәһен арттырып, ахундарҙы сенатор - Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова видео аша сәләмләп ҡотланы.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадированың, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, республиканың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмировтың, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Энже Әхмәтованың, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй фестивалдәре лауреаты "Ҡалҡан" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (етәксеһе Фәнис Кәримов), Комсомольск мәҙәниәт йорто артистарының (мөдире Светлана Косякова) сығыштары ахундар өсөн ысын-ысындан бүләк булды. Ахун мәҙәниәт йортоноң “Күстәнәс” бейеү ансамбле, “Тамчылар” балалар бейеү ансамбле (Гөлнара Әмирова), “Саф чишмә” йыр ансамбле (Лиә Фәйзуллина) байрам тантанаһын айырыуса йәмләне.
Тамашала булған һәр кем, яңыртылған мәҙәниәт усағы гелән ошолай гөрләп торһон, концерттар шаулап үтһен, спектаклдәр ҡуйылһын, тип теләктәр теләне: “Бар ауылдың йәме булып, балҡып торһон күркәм йорт!”
Фото: https://vk.com/kultuch?from=search