Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабря 2024, 10:20

Уларға һәр яҡлап ярҙам кәрәк

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының  VI  съезында төрлө секциялар эшләне.  Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү  буйынса «Ватан һаҡсылары”  дәүләт фондының Башҡортостан филиалы ла  ойошторған "түңәрәк өҫтәл" махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә комплекслы  ярҙам ойоштороу, уларҙы реабилитациялау мәсьәләләренә арналды.  

Уларға һәр яҡлап ярҙам кәрәкУларға һәр яҡлап ярҙам кәрәк
Уларға һәр яҡлап ярҙам кәрәк

 

Унда  дәүләт структуралары вәкилдәре , ветерандарҙың, башҡорт  йәмәғәт ойошмалары  етәкселәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты.

“Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе, “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлеге рәйесе Гөлнур Ҡолһарина үҙенең сығышында фондтың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.  1,5 йыл эсендә  ойошмаға 79 мең мөрәжәғәт килгән.

- Уҙып барған йыл беҙҙең ойошмала эшләгәндәргә лә, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ла үҙенсәлекле булды. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә  район-ҡалаларҙа  97 координатор булдырып , ойошҡан, берҙәм команда тупланыҡ. Үтенестәр ғәйәт күп килә. Граждандарҙы ҡабул итеүгә, халыҡ менән осрашыуҙарға ла күп сығабыҙ. Беҙҙең тарафтан  медицина ярҙамы алыу, яугирҙы  реабилитациялау, уларға техник ярҙам сараларын хәстәрләү, инвалидлығы булғандарға торлағын адаптациялау буйынса ҙур эш башҡарыла. Шулай уҡ элекке хәрбиҙәрҙе уҡытыу, эшкә урынлаштырыуҙа ла ярҙам итәбеҙ. Иң төп эшебеҙ – юридик ярҙам күрһәтеү, - тине ул.

Фонд филиалы ведомство, министрлыҡтар менән әүҙем эшләй. Күптән түгел филиал базаһында РФ Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге асылған. Мөрәжәғәт итеүселәр хәрби ведомство ҡарамағында булған үтенестәрҙе  тиҙерәк хәл итә ала. МХО ветераны Олег Мөфтәхетдиновтың әйтеүенсә, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” танытмаһын алыу өсөн уға күп йөрөргә кәрәк булған. Фонд хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡа ваҡытта хәрбигә документ йүнләп биргән. Хәҙер егет үҙе филиал фондында социаль координатор булып эшләй, спорт менән етди шөғөлләнә, МХО ветерандарының йыйылма командаһы ағзаһы.

   Һуғышта улдарын юғалтҡан ата-әсәләр ҙә яугирҙарға  гуманитар ярҙам ойоштороу эшенән ситтә ҡалмай. Әбйәлилдән Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың атаһы Айсар Илһамовтың белдереүенсә, улар “Әбйәлил” ойошмаһы булдырып, һалдаттарың үтенестәре буйынса кәрәкле әйберҙәрҙе туплап, МХО зонаһына ебәргән. Квадрокоптер ҙа алып биргәндәр, маскировка селтәрҙәре  лә оҙатҡандар. Илһамовтар улдары уҡыған гимназия, балалар йортоноң сығарылыш уҡыусыларына Тамерлан Илһамов исемендәге стипендиялар булдырған.

   Билдәле булыуынса , республика махсус хәрби операцияла булған яугирҙарға 139-сы гуманитар ярҙам колоннаһын оҙатты. Элекке хәрбиҙәрҙән торған йәмәғәт ойошмалары ла был эштән ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, “Башҡортостандың диңгеҙселәр йыйылышы” ағзалары үҙҙәре 90 конвой ебәргән . Ойошма етәксеһе Юлай Моратовтың әйтеүенсә, улар фронтҡа 140 автомобиль, 80 дрон ебәреүҙе хәстәрләгән.

  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғышта яраланыусылар күп. Беҙҙең республикала хәрби госпиталдәр булмау сәбәпле, улар Санкт- Петербург, Мәскәү ҡалаларында, Ростов, Ырымбур, Екатеринбургтағы хәрби госпиталдәрҙә дауалана. Ошо медицина учреждениеларында дауаланған хәрбиҙәргә урындағы башҡорт милли ойошмалары вәкилдәре ярҙам итә.  “Дондағы Башҡоростан яҡташтары”  ойошмаһы рәйесе Мәхмүт Бакировтың фекеренсә, һәр быуындың үҙ һуғышы, үҙ яраһы. Ике һуғышты үткән элекке хәрби  яугирҙарға күңел йәрәхәтен, һуғышта алған көсөргәнеште дауалауға етди иғтибар бирергә саҡырҙы. Стресты, психологик проблемаларҙы  яугир яңғыҙы ғына еңә алмай , уға табиптарҙың, психологтарҙың , йәмғиәттең ярҙамы кәрәк. Мәхмүт Бакир улы үҙен борсоған етди проблеманы ла хәл итеүҙе һораны. Яҡындарын юғалтҡандар Дондағы Ростовҡа һуғышта һәләк булып, моргҡа эләккән хәрбиҙәрҙе таныуға килә.  Элек башҡорт ойошмаһы вәкилдәре туғандарын эҙләүселәргә  был медицина учреждениеһына инеүгә ярҙам итә алған, хәҙер быны сикләгәндәр. Хәрби госпиталдәге ауыр хәлдә ятҡан яҡташтарыбыҙ янына ла инеп йөрөргә йәмәғәт ойошмаларының вәкәләттәре юҡ. Хәрби операция барған осорҙа, ваҡытлыса ғына булһа ла ошо өлкәлә Башҡортостан вәкиллеген булдырһындар, тигән фекерен еткерҙе ул.

Башҡортостан ҡыҙы, Ҡырым госпитале  һәм Севастополь ҡалаһы ирекмәне Алина Марьина ла Ҡырым госпиталдәрендә дауаланған яугир яҡташтарына ярҙам ойошторған. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирының ейәнсәре был изге эштән ситтә тороп ҡалмаған. “ Ирекмәнлек ойошмаһына ингән егет-ҡыҙҙар менән беҙ  түшәктә ятҡан 500 кешегә ярҙам иттек. Хәҙер дауаханаға инеп йөрөүгә беҙҙең хоҡуҡтарыбыҙ юҡ. Госпиталгә эләгеү өсөн беҙҙең эшмәкәрлекте көйләгән  административ- хоҡуҡи нигеҙҙә документтар кәрәк”, – ти ул.

    Республикабыҙ күптән түгел хәрби госпиталдәрҙә эшләргә  ирекмәндәр йыя башланы. Ошо көндәрҙә  икенсе төркөм ике аҙналыҡ вахтанан ҡайтырға тейеш. Был эште ойошторған  БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөһрә Гордиенконың һүҙҙәренсә,  санитар сифатында  эшкә барырға теләүселәр күп: әле 200 кеше йыйылған. Тәү сиратта медицина белгестәренә өҫтөнлөк бирелә.

“Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының төбәк филиалы төрлө ойошмалар һәм ведомстволар менән хеҙмәттәшлек буйынса 90 килешеү төҙөгән. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән  “түңәрәк өҫтәл”дә хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды.

 “Түңәрәк өҫтәл”дә  яугирҙарҙың  яҡындарына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға миҙалдар ҙа тапшырылды.  Яуҙа танкист улын юғалтҡан 82 йәшлек Йәүһәр Мирхәйҙәрова Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең “Милләт әсәһе”  миҙалы менән бүләкләнде.

Сараның аҙағында резолюция ҡабул ителде. Унда  инвалидлығы булған яугирҙарҙы адаптив спортҡа йәлеп итеү өсөн район ҡалаларҙағы физкультура-һауыҡтырыу комплекстары майҙансыҡтарын файҙаланыу, хәрби госпиталдәр урынлашҡан ҡалаларҙағы  башҡорт милли-мәҙәни үҙәктәре, йәмәғәт ойошмалары ирекмәндәренең яралы яугирҙарға ярҙам ойоштороу, республикабыҙҙа МХО яугирҙарына медицина, социаль, психотерапия ярҙамының төбәк практикаһы   тәжрибәһен башҡа төбәктәргә лә таратыу, яугирҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү сараларында әүҙем ҡатнашыу тураһында әйтелә.

Уларға һәр яҡлап ярҙам кәрәк
Уларға һәр яҡлап ярҙам кәрәк
Уларға һәр яҡлап ярҙам кәрәк
Уларға һәр яҡлап ярҙам кәрәк
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас