Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пленар ултырыштың йомғаҡлау өлөшөндә "Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены менән РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиллегенең бүлек администраторы Ришат Халиҡовты бүләкләне.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Ханты-Манси автономиялы округы - Югра башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов, билдәле мультиинструменталист, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.
Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Рафаил Яхинға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалы тағылды.
"Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" юғары исеме педагог Рабиға Бикбулатоваға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары эксперты Арыҫлан Бикбулатовҡа, Ырымбур өлкәһе Александровский районының Иҫәнгилде ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Рәйсә Сарбаева бирелде.
Бынан тыш, байтаҡ милләттәшебеҙ секциялар ултырышында наградланды.
Шулай уҡ Салауат Юлаев ордены Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, делегат Нәфисә Төмәнцеваға, тележурналист, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, "Тамыр" телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһаринаға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдинаға тапшырылды.
Маҡтаулы исем, Рәхмәт хаты, Маҡтау ҡағыҙы, орден, миҙалдар алған һәр милләттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Фото: Башинформ.