Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабря 2024, 16:18

Миллиондар китә яттарға!

Уҙған тәүлектә 26 кеше алданып, мутлашыусыларға дүрт миллион һумдан ашыу аҡса биргән.

Миллиондар китә яттарға!Миллиондар китә яттарға!
Миллиондар китә яттарға!

Өфө ҡалаһы буйынса 6-сы полиция бүлегенә 34 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Ир әйтеүенсә, уға үҙен "инвестиция компанияһы хеҙмәткәре" тип таныштырған билдәһеҙ кеше шылтырата. Шылтыратыусы иргә өҫтәмә эш хаҡы тураһында отошло тәҡдим яһай, акцияларҙы һатып алыу һәм һатыу һылтауы менән аҡса индереү өсөн шәхси туплау иҫәбен асырға тәҡдим итә. Әңгәмәсеһенә ышанып, ир уның кәңәштәренә ҡолаҡ һала: 1,5 миллион һумға яҡын кредит рәсмиләштерә лә, аҡсаны "файҙалы проектҡа" индерә. Тик байыу хыялы тормошҡа ашмай, бер тин дә дивидендтар ала алмай. 

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙарға иғтибарлы булығыҙ. Һәр шылтыратыусыға ышанмағыҙ, бигерәк тә таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ һәм бер ваҡытта ла кредит аҡсаһын инвестицияламағыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас