Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабря 2024, 12:00

Милли кейем популярлыҡ яулай

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезының секция ултырыштары тамамланды. Уларҙа мөһим мәсьәләләр ҡаралды, тәҡдимдәр ҡабул ителде. Мәҫәлән, "Рух" милләт йәшлеге" секцияһында милли һәм этно стилдәге кейемдәргә арналған сығыштар ҙа булды. Видеола: "Ағиҙел"  халыҡ нәфис кәсептәре предприятиеһының генераль директоры Гүзәл Кәримова үҙ эштәренең төп йүнәлештәре тураһында бәйән итә.  

Был тема буйынса шулай уҡ Иҙел Хәлимов, Сәлимә Усманова, Сәймә Хәсәновалар ҙа сығыш яһаны. 

Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы башҡорт милли кейеменең йылдан йыл популярлыҡ яулай барыуын иҫәпкә алып, республикала халыҡ-ара кимәлдәге Этник мода үҙәге асырға тәҡдим итте. Ә Сәлимә Марат ҡыҙы кәсепселәрҙең хеҙмәтен баһалау һәм популярлаштырыу өсөн республикала "Атҡаҙанған кәсепсе" тигән юғары исем булдырыу кәрәклеген билдәләне.

Билдәле дизайнер, этник стилде тергеҙеүселәрҙең береһе Сәймә Хәсәнова йәштәрҙең һөнәрселеккә, шул иҫәптән кейем етештереү индустирияһына килергә теләмәүенә борсолоу белдерҙе.

- Һөнәрселек колледждары йыл һайын йөҙәрләп тегенсе сығара, ә бөгөнгө көндә кейем теккән кешеләргә ҡытлыҡ кәмемәй. Иң мөһиме - заманса технологиялар ул һөнәрҙе күпкә еңелләштерҙе, - тине ул сығышында.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас