Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2024, 03:30

Көлөп алайыҡ әле!

Һалым инспекторы бер ирҙән: – Һеҙҙең эш хаҡығыҙ шул тиклем бәләкәй, шундай йорт төҙөргә ҡайҙан аҡса алдығыҙ?– тип һорай. – Бер ваҡыт йылғала балыҡ ҡармаҡлап ултырғанда алтын балыҡ эләктерҙем. Шул балыҡтан ҙур йорт биреүен һораным, – ти ир. – Юҡты һөйләмә, – тип асыулана инспектор,– мин һеҙҙең шул әкиәтегеҙгә ышана тип уйлайһығыҙмы әллә? – Ышанмайһығыҙмы? Әйҙәгеҙ, киттек. Йортомдо күрһәтәм, – тигән ир.  

Көлөп алайыҡ әле!Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!

 

 Судья:

– Ғаризағыҙҙан күренеүенсә, ғәйепләнеүсе һеҙҙе йүләр тип атаған. Был дөрөҫмө?

– Дөп- дөрөҫ.

– Улайһа, нимәгә зарланаһығыҙ?

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас