Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабря 2024, 05:22

Ҡәҙим Аралбаевтың тәбрикләү һүҙе

Хөрмәтле делегаттар! Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы! Бөгөн төп йортобоҙ – Башҡортостанда оло йыйын – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттағы – алтынсы съезы үтә. Бөгөнгө мәртәбәле йыйынға яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә, Рәсәй Федерацияһының региондарында һәм үҙҙәренең тарихи ерҙәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең арҙаҡлы вәкилдәре килгән. Ошо иҫтәлекле форумда ҡатнашыуығыҙ менән, ҡунаҡсыл Башҡортостанда осрашыуыбыҙ айҡанлы барығыҙҙы ла ихлас тәбрикләйем! Йыйыныбыҙ ҡотло булһын! “Ҡот килтерһен илгә Ҡоролтай!” тип доға урынына ҡабатлайыҡ.

Ҡәҙим Аралбаевтың тәбрикләү һүҙеҠәҙим Аралбаевтың тәбрикләү һүҙе
Ҡәҙим Аралбаевтың тәбрикләү һүҙе

Бишенсе ҡоролтайҙан һуң үткән биш йыл эсендә республикала, илебеҙҙә һәм донъяла күпме үҙгәрештәр, кисерештәр һәм көтөлмәгән хәлдәр сыҡты!? Бар донъяға таралған КОВИД бер-беребеҙ менән аралашыуҙы ҡырҡа сикләне. Махсус хәрби операция башланғас, бөтә Рәсәй халҡы, Бөйөк Ватан һуғышындағы кеүек тупланып, АҠШ һәм уның эйәрсендәре беҙгә ҡарата ҡулланған экономик санкцияларын уңышлы еңеп сығып киләбеҙ, Аллаға шөкөр! Был һынауҙарҙа беҙ яңғыҙ түгел. Ер йөҙөндә дуҫтарыбыҙ күп. Теләктәшлек итеүселәр ҙә етәрлек. Сөнки хаҡлыҡ беҙҙең яҡта: Украинала фашизмдың яңынан ҡотороуынан беҙ үҙебеҙҙең тарихи ерҙәребеҙҙе ҡурсалайбыҙ, шул төбәктә борондан йәшәгән туғандарыбыҙҙы яҡлайбыҙ. Махсус хәрби операцияны еңеү менән тамамларға илебеҙҙә мөмкинлектәр ҙә, ышаныс та ҙур.

Бынан әле 40 йыл элек (1985 йылда) Башҡортостандың халыҡ шағиры Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мостай Кәрим Мәскәүҙә СССР ижади союздарының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығына арналған берлектәге пленумында һөйләгән телмәрендә шундай фекер әйткәне:

“Көнбайышҡа беҙҙе дошманға нәфрәт менән бөйөк үс әйҙәне. Ҡалалар һәм ауылдарыбыҙҙың емереклектәрен уҙған саҡта беҙ фашистар тарафынан яндырылған торлаҡтарыбыҙ, һәләк ителгән балаларыбыҙ өсөн ҡон ҡайтарырға ант иттек. Ләкин көнө килгәс, беҙ үс алырға һәләтһеҙ булып сыҡтык. Ҡон ҡайтарырға теләмәнек. Һуңғы маҡсатыбыҙ беҙҙең үс ҡандырыу түгел ине. Германияға, хатта ки Германияның үҙенә, беҙ язалаусылар рәүешендә түгел, ә азатлыҡ илтеүселәр сифатында килдек. Һәм беҙҙең һалдат ят илдең ят балаһын йәлләп үҙ күкрәгенә һыйындырҙы... Илдәрен, үҙҙәрен ҡотҡарыусылар хаҡында хәтерләйҙәрме икән унда? Белмәйем. Моғайын, юҡтыр. Ғөмүмән, ҡарт Европа хәҙер хәтерһеҙгә әйләнде. Был хәл уғата йәл, әлбиттә...” (“Ағиҙел”, 1985, май).

Әле беҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдында торғанда, аҡыл эйәһе Мостай Кәримдең бынан 40 йыл элек әйткән һүҙҙәре бөгөнгө  хәүефле заманыбыҙҙа ниндәй тапҡыр һәм актуаль иҫкәртеү булып яңғырай! Ҡарт Европа һәм бөгөнгө бәғзе берәүҙәр онотһа ла, Еңеүебеҙ һабаҡтарын оноторға тейеш түгелбеҙ.

Хөрмәтле милләттәштәр!

Ҡоролтай – халыҡҡа иң яҡын торған ижтимағи ойошма. Халҡыбыҙҙың йәшәү шарттары, хәл-әхүәле, кәйефе, күңел торошо – барыһы ла урындағы Ҡоролтайҙарҙың күҙ уңында, асыҡ һәм билдәле булырға тейеш. Ҡоролтай хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға мин халыҡ мәнфәғәте менән, ил хәстәрҙәре менән янып йәшәүҙәрен теләйем!

Туған тел, тарихи хәтер һәм йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү милләтебеҙҙең артабанғы үҫешен дә, ышаныслы киләсәген дә тәъмин итәсәк. Был тәңгәлдә дәүләт структуралары һәм барлыҡ йәмәғәт ойошмалары матди һәм рухи тормош йөгөн берҙәм, бер төптән тартһа, Башҡортостаныбыҙҙың алға барыуына, күп милләтле республикала татыу, тыныс һыйышып йәшәүгә лә ныҡлы нигеҙ буласаҡ!

Тәбрикләү һүҙемде шиғри юлдар менән йомғаҡлайым.

 

 

Уралыбыҙ

Йәнбирҙе һәм Йәнбикәнән

Яралғанбыҙ,

Изге төйәгебеҙ тулып

Таралғанбыҙ.

Хоҙай насип иткән ерҙә

Ырыҫлыбыҙ,

Урал – ожмах! Аллабыҙға

Бурыслыбыҙ...

Ер йөҙөндә юғалманыҡ –

Ырыулыбыҙ,

Яугирлыҡта уҡ-һаҙаҡтай

Ҡороулыбыҙ.

Бер кемдә лә булмаған саз –

Ҡурайлыбыҙ,

Үҙе дәртле, үҙе моңло

Ҡораллыбыҙ!

Донъяларҙа – данлы башҡорт

Атлыбыҙ,

Быуаттарҙы айҡар

Салауатлыбыҙ!

Беҙ – аҫаба! – ерле халыҡ

Затлыбыҙ,

Имен тормош ҡормош илә

Хаҡлыбыҙ.

Ер йөҙөндә үткер, сәсән

Теллебеҙ,

Башҡортостан тигән гүзәл

Иллебеҙ!

 

Хөрмәтле делегаттар!

Ҡәҙерле милләттәштәр!

Алтынсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын асыҡ тип иғлан итергә рөхсәт итегеҙ!

Ҡәҙим Аралбай,

Башҡортостандың халыҡ шағиры

13 декабрь 2024 йыл

Өфө, Конгресс-Хол “Торатау”

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас