Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2024, 14:00

Быуындар һыҙлауынан

Һыҙланыуҙы баҫыу өсөн мотлаҡ көслө дарыуҙар ҡулланырға тимәгән. Ҡаһы бер осраҡта компресс ябыу йәки  май менән ыуыныу ҙа ярҙам итә. 

Быуындар һыҙлауынанБыуындар һыҙлауынан
Быуындар һыҙлауынан

 

  * Бер ҡалаҡ балға бер ҡалаҡ тоҙ ҡушып, яҡшы итеп бутарға.   Ошо ҡатнашманы етен йә кизе-мамыҡ туҡымаға һалып, ауыртҡан урынға ябырға һәм йылы итеп уратып ҡуйырға.   Компресты ауыртыу баҫылғанға тиклем көн һайын төнгөлөккә эшләргә кәңәш ителә. 

  * 200 г һарымһаҡҡа 500 г мүк еләге ҡушып, ит үткәргес аша үткәрергә һәм 1 кг бал ҡушырға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр балғалаҡ  ҡабырға. 

  * Өс ҡалаҡ камфора майына, бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ гәрсис ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашманы кәбеҫтә япрағына һалып, ауыртҡан урынға ябырға һәм 3 – 4 сәғәт тоторға.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас