Ул танышыу сайтында бер ҡыҙ менән таныша. Ҡыҙ уға биржала инвестицияларҙан аҡса эшләргә тәҡдим итә, ирҙең телефонына "һатыуҙан юғары килем күрһәткән" ҡушымтаны ла ҡуйырға ярҙамлаша.
Бер аҙҙан ир ҡушымтаны юйғас, уға, биржала ҡалған 200 долларын кире сығарыу өсөн, өҫтәмә аҡса индерергә кәрәклеген хәбәр итәләр. Зыян күреүсе муттарға 1 миллион һум самаһы аҡса күсерә (600 меңе - кредитҡа алынған).
Аҡсаны кире ҡайтарғандарын көтөп һәм яңы инвестициялар вәғәҙәләренә ышанып, ул әсәһенең телефоны аша тағы ла 1 миллион һумға кредит рәсмиләштерә. Ярай ҙа банк аҡса күсермәй, заявканы кире ҡаға. Һуңынан ир әсәһенә ниндәй хәлгә тарығанын һөйләп бирә һәм әсә балаһының кредиттарын ҡаплай. Улар полицияға мөрәжәғәт иткәс, мутлашыу һәм мутлашырға маташыу факты буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатыла.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫегеҙгә төшөрә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, хатта инвестициялар һылтауы менән дә!
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242