Өфөлә йәшәгән 49 йәшлек иргә мессенджер аша таныш булмаған кешенән бик отошло тәҡдим менән хәбәр килә. Әңгәмәсе үҙен "инвестиция компанияһы трейдеры" тип таныштыра һәм үҙенең ныҡышмалылығы менән иргә мобиль ҡушымтаны күсереп алырға һәм "аҡса туплау иҫәбен" асырға күндерә. Ике аҙна дауамында "белгес" ғариза биреүсегә кредит аҡсаһын һалырға ярҙам итә, әммә ир аҡсаны кире алырға теләгәс, ялған "инвестор" юғала. Зыян күреүсенең банк алдында бурысы - 2,5 млн һумдан ашыуыраҡ.
Ошондай уҡ ғариза менән Өфө ҡалаһы буйынса 7-се полиция бүлегенә 30 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Ир муттарға ышанып һәм үҙенең килемен арттырырға теләп, "белгестәр" тәҡдиме буйынса 850 мең һумға яҡын суммаға бер нисә кредит ала. Ул да аҡсаны "туплау иҫәбенә" индергән, әммә дивидендтар ала алмаған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәре шылтыратһа, трубканы ҡуйығыҙ. Муттар ялған номерҙар ҡуллана ала. Шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм карта реквизиттарын бер ваҡытта ла кешегә бирмәгеҙ. Иғтибарлы булығыҙ. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.