Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2024, 18:45

“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – иғтибар үҙәгендә”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Ул  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙең  киләсәктә лә дауам ителәсәген әйтте.  

“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – иғтибар үҙәгендә”“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – иғтибар үҙәгендә”
“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – иғтибар үҙәгендә”

 

 “Башҡортостан”  мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итеүсе журналист Рафиҡ Әхмәтшин республика етәксеһенең Мөрәжәғәтнамәһе тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.

–  Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса  комплекслы эш алып барыла. Республикабыҙ фронтҡа ярҙам итеү йәһәтенән башҡаларға өлгө күрһәтә: бөтәһе  139 гуманитар ылау оҙатты. РФ Оборона министрлығы биреп етмәгән бөтә кәрәк-яраҡ әйберҙәр беҙгә,хәрбиҙәргә, килеп етеп тора. Шуға беҙҙең батальондар, беҙҙең полк һәр яҡлап тәьмин ителгән хәрби берәмектәрҙең береһе һанала. Социаль сараларға килгәндә, әлеге көндә Башҡортостанда  МХО-ла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә 40 төрлө социаль ярҙам сараһы  эшләй. Һуғышта йөрөгән яугирҙәр ғаиләләре өсөн борсолоп ултырмай, уларҙың күңелдәре тыныс. Ғаиләләр ҡаралған, балаларға төрлө ярҙам күрһәтелә, шифаханаларҙа ял итеү ойошторолған.   Мөрәжәғәтнамәлә  БР Башлығы  республиканың МХО-ла ҡатнашҡан  ветерандарҙың  төбәк ассоциацияһын булдырыу тураһында ла белдерҙе.  МХО -ла ҡатнашҡандарҙы реабилитациялау, һаулығы хаҡында хәстәрлек күреү,уларға эшкә урынлашырға ярҙам итеү – был республиканың һәр  йәһәттән алға ҡарап   эшләү  сәйәсәте булыуын күрһәтә.

 Ҡасан да булһа һуғыш бөтәсәк. Унда ҡатнашыусылар тыуған еренә ҡайтасаҡ. Егеттәр үҙҙәренең проблемалары менән япа-яңғыҙ ҡалмаһын, дәүләт яҡлауын тойһон өсөн Хөкүмәтебеҙ уларҙы яҡлау сараларын камиллаштыра. Һөҙөмтәһе булыр, тип ышанам.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас