Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабря 2024, 03:00

Хәйерле иртәләр!

Кешенең мейеһе бөтә мәғлүмәтте үҙендә һаҡлай икән. Ошоға бәйле бер мәшһүр ғалимдың әйткәне бик ҡыҙыҡ.

Хәйерле иртәләр!Хәйерле иртәләр!
Хәйерле иртәләр!

"Мейе бөтә мәғлүмәтте үҙендә һаҡлай: кеше ҡайҙан үтеп киткән, нимә күргән, татып ҡараған, еҫкәгән, эскән... Әгәр һеҙ быларҙы онотҡанһығыҙ икән, мейегеҙҙә ул юҡ, тип уйламағыҙ. Барыһы ла бар. Шуға мин гел әйтәм: теләһә нимә уҡымағыҙ, алйоттар менән аралашмағыҙ, насар музыка тыңламағыҙ, сифатһыҙ ризыҡ ашамағыҙ, йүнһеҙ фильмдар ҡарамағыҙ", - тигән Рәсәй һәм совет ғалимы, нейрофән өлкәһендәге бик яҡшы белгес Татьяна Черниговская.

Мейене насар нәмәләр менән тултырыу, тимәк, үҙ башығыҙға ауыр һәм кәрәкмәгән йөк алыу, тигән һүҙ инде. 

Фото: социаль селтәрҙәр.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас