ИҪКЕ ФОТО
...Ҡара, былтыр беҙ арыу булғанбыҙ! Элекке йыл – бөтөнләй сибәркәй! Ник бөгөнгө фотоларҙы ғына Ҡарап булмай ул ҡашты емермәй? Бынау һырҙар – зитҡа тейеп-тейгән, Кәүҙәләрҙе әйт – алыҫ Барбинан, Һин былай ҙа матур тигәндәргә – «Ҡуйһаңсы әле! Китсе! Бар бынан!» – Тиеп, көйәләнеп күҙ ташлайбыҙ Әле генә төшкән рәсемгә. Ниңәлер йән көйә өндәшһәләр: «Көйәләнмәсе, юҡҡа әсенмә!» Ваҡыт уҙғас нисек ошо фотоң Күренһен ти булып иң-иң шәбе? – Үәт, шуныһы инде иң ҙур тылсым, Шуныһы инде уның – ғәжәбе! ...Ҡара, былтыр бит арыу булғанбыҙ! Ә ул саҡта ҡалай мыжығайныҡ! Бер уңышлы кадр сыҡмаған, тип, Эй ҡаңғырып, эй ҙә мыжғығайныҡ! Ҡуйып ҡуйма интернетҡа, тиеп, Әхирәт, һин киҫәткәйнең ҡат-ҡат – Шул былтырғы фото хәҙер оҡшай, Хатта ҡиммәт торор кеүек һатһаҡ. Ә әлеге рәсем әллә ниңә Бөтөнләй ҙә камиллыҡтан йыраҡ, Ник мәлендә үҙеңә һин ситен, Йырағайған һайын – яҡыныраҡ... Иҫке фото шундай матур гелән, Унан ҡараусы беҙ гел йәшерәк, Әй ул рәсем, күҙ бәйләүсе рәсем! Фотоға сыҡмай мәңге йәш йөрәк! (Гөлнара Хәлфетдинова)