Тест заданиеларын үтәгәс, уның кандидатураһын хуплап, Наталья дәғүәсене эшкә ҡабул итеүҙәре менән ҡыуандыра. Хатта ялған хеҙмәт килешеүен төҙөп ебәрәләр. Әммә эшкә тотоноу өсөн, банк ҡушымтаһындағы телефон номерын ялған эш биреүсе әйткән корпоратив номерға алмаштырырға кәрәк була. Зыян күреүсе, уйлап та тормай, үҙенең шәхси телефон номерын банк иҫәбенән айырып, икенсе кешенең номерына бәйләй. Был муттарға ҡорбандың иҫәбенә инеп, уның исеменә кредиттар рәсмиләштереп, бөтә аҡсаһын урларға мөмкинлек бирә. Был турала БР буйынса ЭЭМ "Мошки" телеграм-каналы хәбәр итә.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566