Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2024, 11:06

Батырҙарҙың яҡындарына орден тапшырылды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бишбүләк районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. 

Батырҙарҙың яҡындарына орден тапшырылдыБатырҙарҙың яҡындарына орден тапшырылды
Батырҙарҙың яҡындарына орден тапшырылды

Яҡташ яугирҙар Марат Вәлишин, Александр Кузьмин, Вадима Илмырҙин, Алексей Семёнов, Олег Супонькин һәләк булғандан һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ булған.

Радий Хәбиров уларҙың яҡындарына Шайморатов генерал орденын да тапшырҙы. Яугирҙарҙың батырлығы, хәрби бурысын үтәгәне өсөн лайыҡлы баһа.

- Беҙ мотлаҡ уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштерәсәкбеҙ. Ғаиләләрен хәстәрләйәсәкбеҙ, - тине БР Башлығы.

Белеүегеҙсә, МХО тамамланғас, Өфөлә яугирҙарға арналған мемориал барлыҡҡа киләсәк.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас