Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабря 2024, 06:40

«Алтын»ға Суворов миҙалы тапшырылды

Ғафури районының Игенйылға ауылы яугиры алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлыҡтары өсөн, Рәсәй Президентының Указына ярашлы, Суворов миҙалы менән наградланды.

«Алтын»ға Суворов миҙалы тапшырылды«Алтын»ға Суворов миҙалы тапшырылды
«Алтын»ға Суворов миҙалы тапшырылды

Алмаз Ишморатов махсус хәрби операция башланғас та үҙ ирке менән илебеҙҙе яҡлауға юллана. Яҡташыбыҙ  һуғыштың тәүге көндәренән алып бөгөнгәсә алғы һыҙыҡта, Луганск өлкәһендә хеҙмәт итә. Быға тиклем яугирға «Батырлыҡ» миҙалы тапшырылһа, яңыраҡ ул алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлығы өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнде.

 Афарин, батыр егет!  Тиҙерәк Еңеү менән, иҫән-һау ғәзиз кешеләрең янына ҡайтырға яҙһын!

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас