Өфөнән 62 йәшлек иргә үҙен "ҡиммәтле металдарға инвестициялар буйынса белгес" тип таныштырған ҡатын шылтырата. Ул уны 10 мең һум аҡсаны инвестицияларға - билдәһеҙ иҫәпкә һалырға юхалай, шунан һуң икенсе аферист килемде арттырыу өсөн 2 миллион һумлыҡ кредит алырға күндерә. Ир бөтә сумманы күрһәтелгән иҫәптәргә күсерә, әммә аҡсаһын кире сығарырға маташҡанда алданыуын аңлай.
Октябрьскийҙа йәшәгән 20 йәшлек ҡыҙ ҙа мутлашыу ҡорбаны була. Уға "инвестиция белгесе" шылтыратып, махсус ҡушымтаны күсереп алырға һәм иҫәп яҙмаһын булдырыуҙы күҙәтергә күндерә. Ҡыҙ тиҙ табыш алырға өмөтләнеп, билдәһеҙ иҫәпкә 1 миллион һум аҡса күсерә...
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242