Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2024, 11:35

Студенттар һаны ике меңгә арттырыласаҡ

Республикала ҡайһы бер белгестәргә ихтыяж ҙур.

Студенттар  һаны ике меңгә арттырыласаҡСтуденттар  һаны ике меңгә арттырыласаҡ
Студенттар һаны ике меңгә арттырыласаҡ

«2025 йылда республиканың урта махсус уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең контроль һандарын 2000 кешегә арттырасаҡбыҙ. Ҡарар республика Хөкүмәте менән килешелгән. Республикала  был һөнәрҙәргә ихтыяж бар», — тип белдерҙе БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә  БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин.

БР Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләнең республика өсөн үтә мөһим булыуын билдәләне.

Хәрби осор иҡтисады яңы белгестәргә мохтаж.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас