Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабря 2024, 17:30

Марсель учалыларҙы һөйөндөрҙө!

Учалы районы Илтабан мәҙәниәт йорто мөдире Марсель Нәжметдинов "Башҡорт йыры-2024" телевизион фестиваль-конкурсында 1-се урын яуланы!

Марсель учалыларҙы һөйөндөрҙө!Марсель учалыларҙы һөйөндөрҙө!
Марсель учалыларҙы һөйөндөрҙө!

Марсель Нәжметдиновтың тоғро тормош юлдашы, ижадташы Дания Арыҫланова-Нәжметдинова уның еңеүенә ихлас ҡыуанып, иренә яңынан-яңы уңыштар теләй һәм ошо теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ! Афарин, Марсель!

Һин йырлаһаң...

Беҙ икәүҙең мөхәббәте -
Легенда, йомаҡ, бер сер.
Мин бит һинең булмышыңа
Мәңгелек ғашиҡ, Марсель!
Һин булғанға бәхетлемен,
Яҡты хыял ҡорам, бел.
Ырыҫ - ҡоттан айырмасы,
Яндарымда булсы гел.
Һин йырлаһаң, әллә ниңә
Нурлана тирә - яғым.
Хоҙайыма рәхмәтлемен, -
Иң - иң бәхетле сағым!
Яҡты нурҙарға сорналып,
Тик талпынып торам, бел.
Ихлас һөйөү - наҙҙарыңдан
Көндә йәшәрәм, Марсель!
Һүндермәйсә тотормон мин,
Ҡотло ғаилә усағын.
Дәрт - дарманды ҡайҙан алдың,
Шундай ҡайнар ҡосағың?!
Бар донъяны моңға күмеп
Йырла әле, бер тағын.
Һөйгән йәрем, рәхмәт һиңә,
Иң - иң бәхетле сағым!
...Беҙҙе көтә ҙур сәхнәләр,
Алҡыштар көтә тағын!

©Дания Нажметдинова

Фото: https://vk.com/daniya_arslanova

Марсель учалыларҙы һөйөндөрҙө!
Марсель учалыларҙы һөйөндөрҙө!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас