Тәфтиш һәм суд билдәләүенсә, 2023 йылдың ғинуарында Федоровка ауылында ир ҡатыны менән бергә спиртлы эсемлектәр эскән саҡта, ҡала хакимиәте аша яңы торлаҡ алыу өсөн, үҙенең йортон яндырырға ҡарар итә. Ул өйҙәге иҫке-моҫҡоға алкоголь һибеп яндыра ла, сығып китә, ә ҡатыны өйҙә тороп ҡала.
Ир ҡатындың хроник ауырыуы арҡаһында кеше көнлө булыуын, ҙур булмаған араларға ғына таяҡ ярҙамында хәрәкәт итә алыуын, өҫтәүенә иҫерек булыуын белә. Шуға ҡарамаҫтан, енәйәтсе янғын тураһында иҫкәртеү йәки ҡотҡарыу сараларын күрмәй. Ҡатын йорттан сығып өлгөрмәйенсә утта һәләк була.
Суд ирҙе ҡаты режимлы колонияла 15 йылға иркенән мәхрүм итә. Хөкөм ҡарары әле закон көсөнә инмәгән.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001713341715