Йыл һайын бирелгән ипотека кредиттары һаны арта. Әлеге ваҡытта төбәк иҡтисадына, торлаҡ төҙөлөшө өлкәһенә был программа аша 9,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.
Был хаҡта БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдерҙе.
Республика льготалы IT-ипотеканың төбәк программаһынан файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Уның шарттары буйынса федераль процент ставкаһы 1 процентҡа субсидиялана. Былтыр, программаны һуңлап башлау менән бәйле, уны 19 кеше генә файҙаланған. Быйыл норматив документацияны яраштырыуҙың оҙайлы процедуралары арҡаһында, программа 2 сентябрҙә генә башланған. 20 белгес льготалы ипотека алған.