Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабря 2024, 10:00

Тығындар булмаҫ

Бөгөн Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында тиҙлекле юл һыҙаты эшләй башланы.

Тығындар  булмаҫТығындар  булмаҫ
Тығындар булмаҫ

Был хаҡта Башҡортостан Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

  Хәҙер ситке һул юл һыҙаты аҫтында махсус йәшел билдәләр ҡуйылған. Аҡса түләү пункты сиген үткәндә был һыҙаттар буйынса трансбордерҙары булған водителдәргә   тиҙлекте кәметеү генә талап ителәсәк.

Ошоға тиклем аҡса түләү пунктарында туҡтап торғанда  сираттар теркәлә ине.

«Водителдәр юл һыҙаттары буйлап хәрәкәт итеү схемаһына өйрәнһен өсөн аҙ ғына ваҡыт кәрәк. Әлегә автоһәүәҫкәрҙәрҙең яңылыҡты үҙләштереүен күҙәтәбеҙ», - тип белдергәндәр   республика Транспорт министрлығында.

Көн һайын Көнсығыш сығыу юлы аша  15 мең  автомобиль үтә.

 

 

Фото: Дзен.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас