Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабря 2024, 11:25

Гөлнур Ҡолһарина - "Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары - 2024" милли премияһы финалисы

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы"ның Башҡортостан бүлексәһе һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, "Ватан һаҡсылары" дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина Мәскәүҙә тантаналы сарала ҡатнашҡан.

Гөлнур Ҡолһарина - "Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары - 2024"  милли премияһы финалисыГөлнур Ҡолһарина - "Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары - 2024"  милли премияһы финалисы
Гөлнур Ҡолһарина - "Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары - 2024" милли премияһы финалисы

Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы "Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары - 2024" милли премияһын тапшырыу тантанаһына саҡырылған. "Мәскәү" концерт залында үткән байрамса сарала төрлө өлкәлә ҡаҙаныштарға өлгәшеүсе гүзәл зат бүләкләнгән. 

Халҡыбыҙҙың уңған һәм лайыҡлы ҡыҙын ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Фото: vk.com (Гөлнур Ҡолһарина).

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас