Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2024, 14:30

Өфө ҡалаһының талантлы уҡытыусылары әҙәби осрашыуға саҡыра

Гәзитебеҙ ойошторған "Изге һөнәрле ижадсы" проектының сираттағы кисәһе баш ҡалабыҙҙың мәғариф хеҙмәткәрҙәренә арнала.  

Өфө ҡалаһының талантлы уҡытыусылары әҙәби осрашыуға саҡыраӨфө ҡалаһының талантлы уҡытыусылары әҙәби осрашыуға саҡыра
Өфө ҡалаһының талантлы уҡытыусылары әҙәби осрашыуға саҡыра

11 декабрь, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтәсәк сарала ғүмерҙәрен киләсәк быуынды тәрбиәләүгә арнаған, шулай уҡ тәбиғәт биргән әҙәби һәләтен әрәм-шәрәм итмәй, күңел түренән сыҡҡан хис-тойғоларын аҡ ҡағыҙға төшөргән педагогтар ҡатнаша. Килгән ҡунаҡтар араһында автор-башҡарыусылар ҙа бар, улар моңло йырҙарын яңғыратасаҡ. 

Ҡәҙерле дуҫтар! Әҙәби кисәнән ситтә ҡалмағыҙ!

Башлана 14.00 сәғәттә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас