"Беҙгә бик ҡатмарлы осорҙа - геройҙар ваҡытында йәшәргә тура килде. Башҡалар хаҡына үҙҙәрен ҡорбан иткән кешеләр. Батыр һәм фиҙаҡәр кешеләр, ҡайһы берҙә үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, Ватаныбыҙҙы дошмандарҙан һаҡлай.
Махсус хәрби операция ваҡытында Башҡортостанда тыуып үҫкән 12 кеше Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булды. Үкенескә күрә, ҡайһы берәүҙәре үлгәндән һуң. МХО зонаһында хәрби бурысын үтәгән һәр егеткә рәхмәт белдерәм. Уларҙың барыһы ла - 80 йыл элек донъяны фашистарҙан азат иткән олатайҙарыбыҙҙың лайыҡлы вариҫтары. Һәр яугир алдында баш эйәм. Уларҙың батырлыҡтары бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ!" - тип яҙған Радий Фәрит улы.
Эйе, дан беҙҙең батырҙарыбыҙға! Бер кем дә онотолмаясаҡ!
Иҫән яугирҙар имен-һау әйләнеп ҡайтһын!