Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2024, 06:00

Зинира Атнабаеваға таҡтаташ асыла

Тантаналы сара иртәгә, халыҡ артисы йәшәгән йорт янында буласаҡ.  

Зинира Атнабаеваға таҡтаташ асылаЗинира Атнабаеваға таҡтаташ асыла
Зинира Атнабаеваға таҡтаташ асыла

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Зинира Атнабаеваның тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы таҡтаташ асыла. Тантаналы сара 9 декабрь, ул йәшәгән йорт (Өфө ҡалаһы, Мәжит Ғафури урамы, 6 адресы буйынса) янында үтә. Унда актрисаның туғандары, хеҙмәттәштәре һәм талантын яратҡан тамашасылар ҡатнаша.

Зинира Атнабаева 1934 йылда Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылында тыуа. 1959 йылда Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтын тамамлай һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә һәм барлыҡ ғүмерен ошо театрға арнай. Ижад юлында йөҙҙәрсә образды сәхнәгә сығара. Шулай уҡ Зинира Ҡасим ҡыҙы "Өҙөлгән туй" драмаһы һәм "Уҙған ғүмер" китабы менән дә күптәргә таныш.

Халыҡ артисы 2013 йылдың апрелендә вафат булды.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас