Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2024, 07:00

Солтановтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 70 йыл!

Уларҙың мөхәббәт тарихы фотоһүрәттәр аша танышыуҙан башлана...  

Солтановтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 70 йыл!Солтановтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 70 йыл!
Солтановтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 70 йыл!

Байтүрә тигән егет таныштарына тәртипле, уңған ҡыҙ менән танышырға теләүен әйтә. Һәм яҡын туғаны уға күршеһендә йәшәгән өс ҡыҙ тураһында һөйләй. Иң олоһо - Шәкирә егеткә тап килгәндәй була. Был турала әйткәс, ҡатын йәштәргә бер-береһенең фотоһүрәттәрен күрһәтә. Егеттең ҡыҙға шунда уҡ күҙе төшә. Ҡыҙ ҙа танышыуҙан баш тартмай.

Йәштәр танышыуҙы ла, ҡауышыуҙы ла оҙаҡҡа һуҙмай - туй үтә. Шул көндән алып Байтүрә менән Шәкирә Солтановтар бергә-бергә бәхетле ғүмер итә. Архангел районының Ҡыҫынды ауылында йәшәй улар. Бөгөнгө көнгә тиклем мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар. 91 йәшлек хужабикә ҡул эштәренә маһир, гөлдәр, сәскәләр үҫтерә. 94 йәшлек ғаилә башлығы хәленән килгән тиклем баҡса үҫтерә.

Солтановтар дүрт улға, ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән (әйткәндәй, иң олоһо оҙаҡламай 70 йәшен тултырасаҡ). 12 ейән-ейәнсәре, алты бүләсәһе бар.

Беҙ ҙә Байтүрә олатай менән Шәкирә инәйгә һаулыҡ, бәхет, балалар шатлығы теләйбеҙ.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас