Премия еңеүселәрен Мәскәүҙә үткән тантаналы сарала иғлан иттеләр. Абруйлы профессиональ награда өсөн Рәсәй MICE баҙарының 360 алдынғы уйынсыһы көрәште. Финалға Тула кремле һайлап алынған, жюри фекеренсә, ул конкурстың алтын статуэткаһына лайыҡ булған, шулай уҡ “Петербург-Концерт” мәҙәниәт учреждениеһы, Пермь йәштәр һарайы, “Абрау-Дюрсо” рус шарап йортоноң тарихи комплексы һәм “Патроит – Тула” хәрби-патриотик мәҙәниәт һәм ял паркы сыҡҡан.
– Йәш музей өсөн дәрәжәле учреждениелар менән федераль кимәлдә конкуренция алып барыу – амбициялы бурыс. Туризм һәм бизнес ныҡ үҫешкән Екатеринбург, Мәскәү, Пермь, Сочи, Санкт-Петербург, Тула, шулай уҡ Минск, Баҡы һәм Ереван ойошмалары менән ярыштыҡ. Әммә беҙ үҙебеҙҙе, Башҡортостанды күрһәтә алдыҡ. Төпкөлдә урынлашҡан һәм ни бары ике йыллыҡ стажы булған музейҙың тауыш биреүҙә ошондай ҙур булмаған арауыҡ менән еңеүе барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Наградлауҙан һуң күптәр музейыбыҙ, республикабыҙ тураһында һорашты, хеҙмәттәшлек тәҡдим итте. Башҡортостан халҡына ярҙамы өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Тыуған республикабыҙ ярҙамынан тыш, федераль конкурста үҙең хаҡында белдереү һәм махсус награда алыу ҡыйын булыр ине. Бындай кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашыу баһалап бөткөһөҙ тәжрибә һәм үҙеңә, башҡарған эштәреңә ышаныс бирә. Шүлгәнташ мәмерйәһе музейы – беҙҙең төбәктең үҙенсәлеге. Был награда беҙҙе тағы ла яҡшыраҡ эшләргә дәртләндерә, – ти “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликов.
Йыл һайын тапшырылған Russian Business Travel & MICE Award милли премияһы – федераль кимәлдәге ваҡиға. Еңеүселәр MICE баҙары һәм бизнес-туризмдың төрлө сегменттарын үҙ эсенә алған 17 номинацияла билдәләнде. Абруйлы наградаға конгресс-күргәҙмә инфраструктураһы объекттары, биләмәләрҙе үҫтереү буйынса төбәк офистары, конвеншен-бюро, Сауҙа-сәнәғәт палаталары, ҡунаҡханалар һәм ресторандар, эшлекле үҙәктәр, спорт объекттары, саралар өсөн альтернатив майҙансыҡтар, миҙгелле курорттар, мәҙәниәт, сәнәғәт объекттары, шарап эшләү хужалыҡтары, эшлекле ваҡиғалар агентлыҡтары ҡатнаша. Унда Рәсәйҙең 85 төбәктәре, Азербайжан, Әрмәнстан, Беларусь, Грузия һәм Ҡаҙағстан ҡатнашҡан.