Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабря 2024, 08:30

Пенсияға алдан китеү ғүмерҙе ҡыҫҡарта

Хаҡлы ялға ваҡытынан алда киткән кешеләрҙең ғүмер оҙонлоғо күпкә ҡыҫҡараҡ, ти белгестәр. 

Пенсияға алдан китеү ғүмерҙе ҡыҫҡартаПенсияға алдан китеү ғүмерҙе ҡыҫҡарта
Пенсияға алдан китеү ғүмерҙе ҡыҫҡарта

    Был ғилми күҙәтеүҙең һөҙөмтәләре “British Medical Jourmal” журналында баҫыла. 26 йыл буйы ғалимдар мотор майы етештереү буйынса алдынғы компанияның 3500 хеҙмәткәрен күҙәтә. 60 – 65 йәштә хаҡлы ялға китеүселәрҙең үлем күрһәткесе,  55 йәштә пенсионер булыусыларға ҡарағанда, күпкә түбәнерәк.

Ғалимдар билдәләүенсә, хеҙмәткәрҙәрҙең юғары йәки түбән иҡтисади статусы был  күрһәткескә бер нисек тә йоғонто яһамаған.  Әммә шуны әйтергә кәрәк: кемдәр 55 йәштә хаҡлы ялға киткән, уларҙың һаулығы менән проблемалары булған.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас