Башҡорт дәүләт медицина университетының профбюроһы "Йәшлек" киңлегендә тематик сара ойошторҙо. Бөгөнгө йәштәр өсөн дә 90-сы йылдар йырҙары "иҫкермәгән" икән: улар махсус образдарҙа килеп, шул йылдар атмосфераһындағы интерьерҙа рәхәтләнеп күңел асты.
Ҡатнашыусыларға шулай уҡ уйындар, квиз ойошторолдо. Нимәһе ҡыҙыҡ: йәштәр ул йылдарҙағы йырҙарҙы ғына түгел, фильмдарҙы, сериалдарҙы ла яҡшы белә булып сыҡты.